Йәмғиәт
31 Октября 2019, 15:46

Үлемен һөйгәненән тапҡан...

Хәлдең былай булырын белһә, егет ул ҡыҙҙың фатирына барыр инеме икән?

Фото: vyatkakirov.ruФото: vyatkakirov.ru
Фото: vyatkakirov.ru
Хәлдең былай булырын белһә, егет ул ҡыҙҙың фатирына барыр инеме икән?


29 октябрҙә баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендәге йорттарҙың береһендә 25 йәшлек егеттең мәйетен тапҡандар. Фажиғә урынына тиҙ арала хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен саҡырғандар.


Алдан күҙалланыуынса, ҡыҙ менән егет араһында низағ сыҡҡан. Гүзәл зат вәкиле оҙаҡ уйлап тормаған, бысаҡ алған да, һөйгәненә сәнскән. Был хәлдән һуң егет, ярҙамға саҡырыр өсөн подъездға сыҡҡан, тик өлгөрмәгән, баҫҡыста яҡты донъя менән хушлашҡан.


Ҡыҙҙы ҡулға алғандар. Бушҡа ғына: “Мөхәббәттән нәфрәткә – бер аҙым”, тип әйтмәйҙәрҙер, күрәһең.
Читайте нас