Йәмғиәт
31 Октября 2019, 08:24

Республика данын яҡлаясаҡтар

Яңауылда көрәшселәрҙең “Еңелмәҫ дәүләт” тип аталған спартакиадаһы үткән.

Фото: proneftekamsk.ruФото: proneftekamsk.ru
Фото: proneftekamsk.ru
Яңауылда көрәшселәрҙең “Еңелмәҫ дәүләт” тип аталған спартакиадаһы үткән.


Унда Нефтекама ҡалаһынан “Башҡортостандың Традицион тхэквондо буйынса федерацияһы” тәрбиәләнеүселәре – 27 йәш спортсы ҡатнашҡан.


Һөҙөмтәлә, улар 10 алтын, 9 көмөш и 8 бронза миҙал яулап ҡайтҡан.


Сарала йөҙҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашҡан. Ярыш ике дисциплина буйынса ойошторолған: өс йәштән ун йәшкәсә балалар һәм 11 йәштән өлкәнерәктәр араһында. Бәләкәстәр поинт-стоп спаррингта, ә ҙурыраҡтар спаррингта көс һынашҡан.


Был ярышта еңеүселәр Мәскәүҙә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Читайте нас