Бер төн эсендә көҙҙән ҡышҡа әйләнгән миҙгелгә күптәр һәр ваҡыттағыса әҙер булмай сыҡты. Был тәү сиратта автоһәүәҫкәрҙәргә ҡағыла. Кемдер тәгәрмәсен алмаштырып өлгөрмәне, кемдер яңы шарттарға өйрәнә алмай.
Бөгөн Башҡортостанда пассажир автобусы менән булған авария ла тәбиғәт шарттарына бәйле тиҙәр. Өфө – Бөрө – Яңауыл юлында (Мишкә районында) “Форд Транзит” микроавтобусы түңкәрелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель автобусҡа идара итеүҙе юғалта.
Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, автобуста һигеҙ кеше булған. “Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы биш кеше йәрәхәтләнгән. Уларҙы “Ашығыс ярҙам” машиналары менән Бөрө үҙәк район дауаханаһына оҙатҡандар. Юл асыҡ, ҡатмарлыҡтар юҡ”, – тинеләр ведомствола.
Ҡотҡарыусылар водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә, тиҙлек һәм дистанция һайлағанда һауа торошон күҙ уңында тоторға кәңәш итә.