Иртәгә көнөбөҙ шатлыҡлы һәм емешле булһын өсөн бөгөн кистән үтәй торған ғәмәлдәр бар, ти психологтар. Түбәндәге кәңәштәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар. Файҙаһы тейһен!
Был көндә ниндәй яҡшы ваҡиғалар булды – шулар тураһында иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Быны ғәҙәткә индергәндә, хәтер яҡшыра, арыу онотола, үткәнгә яҡшы һығымта яһарға ярҙам итә. Үткән көндөң күңелле мәлдәрен яңынан кисерергә 10-15 минут ваҡытын бүлгән кеше уңышлы була, ти психологтар.
Алдағы көнөгөҙҙө планлаштырығыҙ. Былай итеү мотлаҡ үтәлә торған мөһим эштәрҙе онотмаҫҡа ярҙам итә, тормош та еңелләшә.
Гаджеттарҙы ситкә ҡуйып тороғоҙ. Йоҡларҙан бер-ике сәғәт алда социаль селтәрҙә ултырмаҫҡа, телефондан һөйләшмәҫкә, кино ҡарамаҫҡа кәңәш итә белгестәр. Был ваҡытты тынлыҡта үткәреү йәки яҡындарығыҙ менән аралашыу яҡшы – шул саҡта аңығыҙ үҫеш өсөн яңы идеялар ебәрер.
Стрестан ҡотолорға тырышығыҙ. Бының өсөн йылы ванна ҡабул итергә, саф һауала йөрөп инергә мөмкин. Һеҙҙең бурыс көндөҙгө ығы-зығыны онотоу.
Киләсәгегеҙҙе нисек күҙ алдына баҫтыраһығыҙ, был тормошта һеҙгә иң мөһиме һәм ҡәҙерлеһе нимә – шулар тураһында уйлағыҙ. Бындай фәлсәфәүи уйланыуҙар алдағыны тағы ла нығыраҡ яҡшыртырға ярҙам итер.