Ошо йылдың 1 ноябренән микрофинанс ойошмаларына аманатҡа торлаҡты һалыу тыйыла.
Ҙур суммала кредит биргәндә аманатҡа фатирҙы һалыу уны ваҡытында ҡапламаған граждандарҙың торлағын тартып алыуҙың легаль схемаһын тыуҙырғайны, сөнки микрофинанс ойошмаларында кешенең түләй алыу мөмкинлеге тикшерелмәй ҙур процентҡа заем бирелә, уны кире ҡайтара алмау хәүефе юғары. “Торлағын аманатҡа һалған кешегә бының эҙемтәләре ҡот осҡос булыуы мөмкин”, - тип аңлата республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
"Тиҙ аҡса алыу" ойошмаларын хәҙер депутаттар контролдә тота, атап әйткәндә, уның эшмәкәрлеген күҙәткән эш төркөмө булдырылған, улар рейд үткәреп тора, сит кешенең документтары буйынса кредит биреүсе бәләкәй финанс ойошмаһын яуаплылыҡҡа тарттыра ала.
Был өлкәлә хәл сағыштырмаса яҡшырҙы, элекке кеүек йылына 700-800 процент менән кредит бирелмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, айырым осраҡтар яйға һалыуҙы талап итә.