– Республика кимәлендә ойошторолған бәйге тураһында ишеткәс тә, унда ҡатнашыу теләге тыуҙы, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Ғәҙәттә, әгәр ҙә тәүҙән үк күңелемдә икеләнеү юҡ икән, уңыш мотлаҡ йылмая. Был осраҡта ла тап шулай булды. Күмертауҙан тыуған яҡтарыма ҡайтып инеүемә, яҡташтарым мине батырлыҡ күрһәткән яугир шикелле ҙурлап ҡаршыланы. Рәхмәт һәммәһенә лә!
Борай районы хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов билдәләүенсә, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, ҙур еңеүҙәр яулаған борайҙар үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө булып тора.