Йәмғиәт
31 Октября 2019, 19:06

Башҡорт ҡыҙы унда – иң яратҡан килен

Баймаҡтан Зәлифә Барлыбаеваны яҙмыш Көньяҡ Африкаға алып барып ташлаған икән.

Фото: Инстаграм.Фото: Инстаграм.
Фото: Инстаграм.
Хәҙерге заманда беҙҙең башҡортто ҡайҙа ғына осратмаҫһың! Сит-ят ерҙә килен-кейәү булып йәшәп ятҡандары ла бар.


Мәҫәлән, Баймаҡ ҡыҙы Зәлифә Барлыбаеваны яҙмыш Көньяҡ Африкаға алып барып ташлаған икән. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында продюсер булып эшләгән Зәлифәне, моғайын, хәтерләүселәр барҙыр. Буласаҡ ире, Көньяҡ Африка гражданы Эрнст менән Зәлифә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә таныша. Өйләнешеп, ике йыл ярым йәшәгәс, ире уны үҙенең тыуған иленә алып ҡайтып китә.


Шулай итеп, хәҙер Зәлифәбеҙ Көньяҡ Африканың Претория ҡалаһында ҙур ғына ғаиләлә ҡәйнәһенең иң яратҡан килене булып йәшәп ята. Африка тормошо нисегерәк икән башҡорт ҡыҙы өсөн?


“Баймаҡтағы ҡоролоҡҡа күнеккәс, Африка селләһе бер ни түгел”, – ти Зәлифә. Ире – хәлле кеше. Гектар-гектар ерҙәре, дүрт йорто бар. Кейәү Әмирлеккә киткәнгә тиклем фермер булған икән, йылҡы аҫраған. Зәлифә лә – атлы халыҡ ҡыҙы, Эрнстс та ат ярата булып сыға, тимәк. Ғаиләнең шулай уҡ дәү-дәү 15 эте бар. Улар Зәлифәне лә йыландарҙан, бабуиндарҙан һ.б. һаҡлай.


Ә йәйгеһен улар Учалы районында йәшәй. Эрнст шул төбәкте оҡшатып, Өргөн буйынан өй һатып алған.


Яҡташыбыҙҙың Африкалағы тормошо менән ҡыҙыҡһыныусылар Инстаграмға инеп фотоларын ҡарай ала.
Читайте нас