Республикала ҡар яуыуы юлдарҙа водителдәргә өҫтәмә ауырлыҡтар тыуҙырҙы.
Белорет районына юлға сыҡмай тороу хәйерле, сөнки көндөҙ үк унда тығын саҡрымдарға һуҙылды. Быға фураның юлдан ситкә сығыуы сәбәпсе булған. Кис тә был тарафтағы юлдар ҡурҡыныс тыуҙыра.
Бер водитель хәбәр итеүенсә, ул Өфө – Белорет трассаһы буйлап Ҡырмыҫҡалы районынан Инйәр ауылына тиклем араны ике сәғәт ярымда үткән. Яҡшы көндәрҙә уны ике тапҡыр кәмерәк ваҡытта уҙаһың.
"Юлда боҙлауыҡ хасил булған, хатта ҡышҡы тәгәрмәстәрҙә йөрөүе лә ҡурҡыныс. Шуға күрә юлдың ситенән яйлап ҡына барырға тура килде", – ти тәжрибәле водитель.