Нефтекамала газдан ағыуланғандарҙың дүртеһе лә дауаханала, бөтәһе лә реанимацияла, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Үкенескә ҡаршы, 65 йәшлек ир һәм уның ейәненең хәле һаман да ауыр.
Уларҙың икеһе лә үпкәне яһалма елләтеү аппараттарына тоташтырылған. 61 йәшлек ҡатындың һәм сабыйҙың хәлен табиптар уртаса ауырлыҡта тип иҫәпләй.
Фажиғә үткән шишәмбелә Нефтекамалағы шәхси йортта күҙәтелде. Сәбәбен газ-йылытыу ҡаҙанының төтөн үткәргесе төҙөк булмауҙа күрәләр. Билдәле булыуынса, һәләк булған 33 йәшлек ҡатын балалары менән ата-әсәһенә ҡунаҡҡа килгән. Асыҡланыуынса, ул эштә үҙен насар тойоп, “больничный “алған. Химик экспертиза һөҙөмтәһе алдағы ике аҙна эсендә билдәле буласаҡ. Бәләгә юлыҡҡан ғаилә ағзаларының һауығып сығыуын теләйбеҙ. Быға бик тә ышанғы килә...