Йәмғиәт
1 Ноябрь 2019, 14:20

Юғалған ғаиләне йә тегендә, йә бында күрәләр...

Нисәнсе көн Инде Башҡортостан халҡы ике улын алып сығып китеп эҙһеҙ юғалған Артем Мазовтың яҙмышы хаҡында борсола. Эҙләү эштәре дауам итә, әлегә бер яңылыҡ та юҡ, тип әйтергә булыр ине, әммә...

ufa1.ruufa1.ru
ufa1.ru
Нисәнсе көн Инде Башҡортостан халҡы ике улын алып сығып китеп эҙһеҙ юғалған Артем Мазовтың яҙмышы хаҡында борсола. Эҙләү эштәре дауам итә, әлегә бер яңылыҡ та юҡ, тип әйтергә булыр ине, әммә...
Иғтибарлы кешеләр матбуғат сараларында, йә иһә социаль селтәрҙәрҙә ике бала менән китеп барған ирҙе күрҙем, оҡшаған ине, тигәнерәк хәбәрҙәр менән бүлешә.
Мәҫәлән, Руслан исемле ир сымһыҙ телефонға урамда ике малай эйәрткән ирҙе төшөрөп алған. Ул малайҙар юғалған һигеҙ һәм биш йәшлек балаларҙың һүрәтләмәһенә тап килә кеүек.
Руслан әйтеүенсә, был хәл бөгөн МВД мәктәбе районында булған. Ир көмөрәйеп кенә алдан барған, артынан ике малай эйәргән. Тап ошо районда, Ҡариҙел йылғаһында һыу аҫтында эҙләү эштәре лә алып барыла.
Полиция Артем Мазов балаларын алып, икенсе төбәккә юлланған, тигән фаразды ла тикшерә. Әйткәндәй, Ырымбур ҡалаһының бер магазинында билдәһеҙ ир ике бала менән күп итеп ҡамыр аштары һатып алған, ошо видеояҙманы ла хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереүе мәғлүм.
Өфө ҡалаһында йәшәгән Артем Мазов балалары менән 26 октябрҙә юғалған, 29 октябрҙән уларҙы эҙләү иғлан ителгән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас