Баш ҡаланың Шакша биҫтәһенән 76 йәшлек пенсионер Валентина Докалова хаҡында яҙғайныҡ.
Ысын мәғәнәһендә үлем менән алышып, оҙаҡ йылдар аслы-туҡлы, үҙ хәжәтенә батып йәшәргә мәжбүр ителгән, ашарына бөтөнләй булмаған, фатирында төрлө бөжәктәр оялап, антисанитария хөкөм һөргән Валя әбей күршеләренең, ирекмәндәрҙең изгелеге арҡаһында ошо көндәрҙә ололар өсөн интернат-йортта йәшәргә күскән.
"Шөкөр, яҡшы тәрбиә булғас, әбей йырлап та ебәрә, күп һөйләшә һәм һәр ваҡыт йылмая", – ти учреждение хеҙмәткәрҙәре.
Уны баш ҡаланың 12-се дауаханаһына һалыуҙары хаҡында әйткәйнек. Тейешле дауалау курсы үткәндән һуң Валя әбей үҙен яҡшы тоя, медиктар пенсионерҙың һаулығына бер ни ҙә янамауын билдәләй.
Әлеге интернат оло кешегә шул ҡәҙәр ҡәҙерле, унда һәр яҡлап ярҙам, яҡлау тоя. Ҡайҙан тамаҡ табырға, нимә кейергә тип ҡайғыраһы түгел, бында бөтә уңайлыҡтар етерлек.
Әлбиттә, Валя әбей туғандары янында иркәләнеп йәшәһә, күпкә яҡшыраҡ булыр ине лә, әммә ул ғәзиздәренә артыҡ йән булып күренгәндер...