Рәсәй гвардияһының Башҡортостандағы идаралығы шефлыҡҡа алған үҫмер Александр Маскалев һәм "Герой балалар" Бөтә Рәсәй гражданлыҡ-патриотик проектында ҡатнашҡан башҡа балалар Мәскәү менән танышты.
Был проект Федерация Советы һәм Рәсәй гвардияһы башланғысы менән булдырылған. Бөтөн илдән батырлыҡ ҡылған балаларҙы йыйып, уларҙы төрлө сараларға йөрөтәләр, һәр ерҙә бай мәҙәни программа әҙерләнә.
Әле балалар Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре менән Кремль музейына, Ҡорал палатаһына һәм башҡа тарихи урындарға экскурсияға барҙы, М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү президент кадет училищеһында тиҫтерҙәре менән осрашты, Ф.Э. Дзержинский исемендәге оператив тәғәйенләнештәге айырым дивизияның почетлы ҡарауыл ротаһы сығышын күҙәтте. Ә Федерация Советында уларҙы батырлыҡтары өсөн бүләкләнеләр.
Балаларҙың күбеһе Мәскәүҙе тәүге тапҡыр күрә, улар бик ҡәнәғәт. Ә инде беҙҙең Александр, Башҡортостанға ҡайтҡас, "Булат" хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре, Рәсәй гвардияһының республикалағы махсус тәғәйенләштәге отряды менән осрашасаҡ.
Александр Маскалев апрелдә ғаиләһен янғындан ҡотҡарғайны. Уның киләсәктә хәрби йүнәлештәге юғары уҡыу йортона уҡырға инеү теләге бар.