Йәмғиәт
1 Ноября 2019, 21:38

Һигеҙ кеше ҡазаланды

Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлының 210-сы саҡрымында ҡурҡыныс авария теркәлгән: “Лада Гранта” менән “Ниссана Альмера” автомобилдәре бәрелешкән...

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитетынан.Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитетынан.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитетынан.
Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлының 210-сы саҡрымында ҡот осҡос авария теркәлгән: “Лада Гранта” менән “Ниссана Альмера” автомобилдәренең бәрелешеүе һөҙөмтәһендә һигеҙ кеше ҡаза күргән.
ЮХХДИ-нан белдереүҙәренсә, “Гранта”ның 52 йәшлек водителе һәм дүрт пассажиры төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған. Шулай уҡ икенсе машинаның да 47 йәшлек водителе, уның 47 йәшлек ҡатыны, 16 йәшлек улдары ҡазаланған.
Ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, аварияға тарыған өсәүҙе, медицина ярҙамы күрһәтеп, кире ебәргәндәр.Ә ҡалған биш кеше, шул иҫәптән 16 һәм 17 йәшлек үҫмерҙәр, Белорет ҡала дауаханаһына һалынған.
Юлдарҙа боҙлауыҡ, һаҡ булығыҙ!
Читайте нас