Йәмғиәт
2 Ноября 2019, 15:15

Отошта ниңә янъял сыҡҡан?

“Әсә һәм бала” клиникаһында баланы түләүһеҙ табыу өсөн үткәрелгән отош янъял менән тамамланған.

Фото: Bash.newsФото: Bash.news
Фото: Bash.news
Өфөләге “Әсә һәм бала” клиникаһында баланы түләүһеҙ табыу өсөн үткәрелгән отош янъял менән тамамланған.
Еңеүсе ҡатынға отош бүләге өсөн хатта көрәшергә тура килгән. Һөҙөмтәлә клиника етәкселегенә бер түгел, ике гүзәл зат вәкилен еңеүсе тип танырға тура килгән.
Был сарала ҡатнашыусылар ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә – лайк ҡуйырға, клиника төркөмөнә яҙылырға, сториста репост эшләргә һәм тәғәйенләнгән көндә отошто көтөргә – тейеш булған.
Был сертификатты тура эфирҙа уйнатҡандар. Шулай итеп, Өфөнән Елена исемле ҡатын еңеүсе тип табылған. Әммә аҙаҡ бер нәмә асыҡланған: клиника уның сторисында үҙенең битенең билдәһен күрмәгән икән. Әммә бында Еленаның бер ниндәй ҙә ғәйебе булмаған. Ҡатын, ғәҙеллек эҙләп, ошо хаҡта социаль селтәрҙәргә яҙған.
Асыҡланыуынса, чаттағы билдә профиль асыҡ саҡта ғына күренә икән. Ҡыҙ уны отош үткәреүгә бер көн ҡалғас ҡына асҡан икән. “Отош ҡағиҙәләрендә аккаунттың асыҡ йәки ябыҡ булыуы хаҡында әйтелмәгән”, – тип яҙған ҡатын социаль селтәрҙәрҙә. Ысынбарлыҡта хәл, ысынлап та, шулай булған. Ә отошто үткәреүселәр сертификатты икенсе ҡатынға биргән. Аҙаҡ ҡына тәүге ҡатындың да еңеүсе икәнлеге асыҡланған.
Клиника ике гүзәл зат вәкиленә лә 305 мең һумлыҡ “люкс” категориялы сертификатты бирергә ҡарар иткән. Ҡатындарҙың береһенә ул ярты йылдан һуң кәрәк буласаҡ, сөнки ғаилә бала көтә икән.

Читайте нас