Йәмғиәт
2 Ноября 2019, 09:00

Рәмил ҡарауылға барырға тейеш булмаған...

Рәсәйҙең Оборона министры Сергей Шойгу нимә тип белдерҙе?

Фото: mig41/TelegramФото: mig41/Telegram
Фото: mig41/Telegram

Рәсәйҙең Оборона министры Сергей Шойгу Байкал аръяғындағы хәрби часта ҡағиҙә боҙоуҙарҙы билдәләп, командирҙарҙың эшен ҡаты тәнҡитләгән.

Баҡтиһәң, өс тәүлектән ашыулыҡ оҙайлы ҡарауылға барыу – контракт буйынса хеҙмәт иткәндәрҙең бурысы, ә саҡырылған һалдаттарҙыҡы түгел.

РБК мәғлүмәттәре буйынса, кисә Оборона министрлығында Рәмил Шәмсетдиновтың хеҙмәттәштәрен атыуын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ябыҡ кәңәшмә үткән. Министр шәхси состав командирҙарын ҡаты тәнҡитләп, Шәмсетдиновтың ҡарауылға барырға тейеш булмағанын хәбәр иткән. Быны Сергей Шойгу ҙур енәйәт тип билдәләгән һәм командирҙарға был хәлде тикшереүҙә һаҡлау хоҡуҡ органдарына мөмкин тиклем булышлыҡ итергә ҡушҡан.

Читайте нас