Йәмғиәт
2 Ноября 2019, 15:40

Өс бала боҙ аҫтына киткән...

Был фажиғә бөгөн көндөҙгө сәғәт дүрттәр тирәһендә Бәләкәй күлендә була.

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Ҡапыл һыуытыу сәбәпле йылға һәм күлдәр боҙ менән ҡаплана башланы. Айырыуса күлдәр боҙланды. Тик уның әле бигерәк йоҡа булыуын балалар ҙа, өлкәндәр ҙә аңлап етмәй, күрәһең.

Бөгөн Нуриман районында ошоға бәйле ҡот осҡос фажиғә теркәлде: өс бала боҙ аҫтына киткән. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәл көндөҙгө сәғәт дүрттәр тирәһендә Байгилде ауылы янындағы Бәләкәй күлендә була.

Өс, биш һәм ете йәшлек балалар, күрәһең, боҙ ҡарарға тип бара. Тик боҙ емерелеп, улар бата. Аталары һуң күреп ҡала, йүгереп барып еткәндә, балалар һыу аҫтына киткән була. Барыһын да һөйрәп сығара. Балаларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтелә. Өс һәм биш йәшлектәрен дауаханаға оҙаталар, ете йәшлеге, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк була.
Әле ата-әсә менән психологтар аралаша. Урында полиция, табиптар, ҡотҡарыусылар эшләй. Хәлдең сәбәптәре асыҡлана.
Әле боҙ янына барыу үтә хәүефле. Балаларҙы яңғыҙ йылға-күл буйына ебәрмәгеҙ. Өлкәндәргә лә һаҡ булыу зарур. Ошондай төҙәтеп булмаҫлыҡ хәлдәр булмаһын өсөн...

Читайте нас