Йәмғиәт
1 Ноябрь 2019, 19:05

Тимер юлда тағы фажиғә

18 йәшлек егет шул урында йән биргән...

Фото: zen.yandex.ruФото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Дәүләкән эргәһендәге тимер юлда 18 йәшлек егет поездан тапалған һәм урында уҡ йән биргән.
Уның тимер юл буйлап китеп барғанлығы мәғлүм. Ҡаршыға килгән состав арҡаһында егет артынан ҡыуып еткән икенсеһен аңғармай һәм поезд тәгәрмәстәре аҫтында ҡала.
“Тикшереү башланған. Хәл-ваҡиғаны тулыһынса күҙ алдына баҫтырыуға йүнәлтелгән комплекслы өйрәнеү эше ойошторолдо”, – тинеләр Рәсәй Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтенән.
Тимер юл йәйәүлеләр өсөн иң хәүефле урындарҙың береһе булып ҡала. Яңыраҡ ҡына Яңауыл эргәһендә Нефтекама ҡыҙы тапалып үлгәйне. Тимер юлдағы үлемесле фажиғәләр күп осраҡта йәйәүлеләрҙең үҙҙәренең һаҡһыҙлығы, бошмаҫлығы, юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауы сәбәпле килеп сыға. Ә әлеге осраҡ буйынса барыһын да тикшереү тамамланғас белербеҙ.
Читайте нас