Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2019, 00:22

Йәмәғәт транспортында ниңә төрлө хаҡ түләйбеҙ?

Бына шәхси эшҡыуарҙарҙың автобустарында...

Фото: "Башинформ".
Фото: "Башинформ".
Һуңғы ваҡытта йәмәғәт транспортында күп йөрөргә тура килде, уларҙың төрлөһөндә – төрлө хаҡ.
Өфө ҡалаһында трамвайҙа һәм троллейбуста аҡсалата иҫәпләшһәң, 20 һум түләргә кәрәк, ә карта аша 18 һум алалар. "Башавтотранс" автобустарында ҡулдан аҡса бирһәң, 25 һум, ә карта аша күсерһәң – 20 һум. Был иһә – дәүләттең карта аша иҫәпләшеү системаһын хуплап, ошо тармаҡта тәртип урынлаштырыу маҡсатында күргән сараһы.
Ә бына шәхси эшҡыуарҙарҙың автобустарында тәртип икенсе: тере аҡса бирһәң, 20 һум алалар, ә карта аша иҫәпләшһәң, юл хаҡы 25 һумға төшә. Шулай итеп, шәхси эшҡыуар касса аппараты аша үткәне өсөн хаҡты арттырып, пассажирҙан түләттерә, ә тере аҡса менән иҫәпләшкәндәргә билет бирмәй, тимәк, дәүләт ҡаҙнаһына ла был килемдән һалымды йәшерә.
Читайте нас