Өфө эргәһендәге Максимовка ауылында йәшәгән, бәпембә менән генә туҡланып йәшәгән Тоня инәйгә ирекмәндәр ярҙам ҡулы һуҙғанын күптәребеҙ белә.
Әле улар тағы бер кешегә ярҙамға ашыға – Иглин районында йәшәгән инвалид Владимир Складуцкийға аҙыҡ-түлек, кейем-һалым йыялар. Баҡһаң, оло кеше йыш ҡына ас йөрөй икән. Инвалидлыҡ өсөн пенсия килә-килеүен, тик уны ҡустыһы менән килене ала. 34 йыл эш стажы булһа ла, ниндәйҙер сәбәптәр менән ҡартлыҡ буйынса пенсияһын юлламаған.
Әле ул баяғы ҡустыһы, килене менән тимер юлы станцияһындағы Иҫке Көҙөй ауылында көн күрә.
Ирекмәндәр, изге эштә теләүселәр булһа, әйберҙәрен үҙебеҙ килеп алабыҙ, ти. Бының өсөн тик instagram битендә @baba_tonya_ufa адресына яҙып ебәрергә кәрәк.