Йәмғиәт
3 Ноябрь 2019, 09:20

"Ҡатынын аҡылға ултыртыр өсөн..."

Әгәр Артем Мазов үҙе менән берәй нәмә эшләһә, был һыуыҡта балаларҙың иҫән ҡалыуы икеле...

Фото: "Бәйләнештә".Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".

Бөгөн Мазовтарҙың ғәйеп булыуына икенсе аҙна китте. Баш ҡалала уларҙы эҙләү һаман дауам итә. Полиция, ирекмәндәр, водолаздар, ғаиләнең яҡындары һәм дуҫтары бөгөн дә эҙләүгә сыҡты.

“Башҡортостан” ДТРК-һы детектив агентлығы етәксеһе Александр Шатунов менән һөйләшеп, ғаиләнең ҡайҙалығы тураһында уның фекерен белешкән.

Иң ябай версия – был кеше балаларын алған да йыраҡта йәшәгән туғандарына йәки дуҫтарына сығып киткән. Бер ни тиклем ваҡытҡа тип махсус киткәндер, ҡатынын аҡылға ултыртыр өсөн. Минеңсә, бер аҙна эсендә улар табыласаҡ йәки үҙҙәре тураһында үҙҙәре белдерәсәк, – ти шәхси детевтив.

Ә балаларҙың әсәһе Эльмира социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә пост яҙған.

“Балаларҙы һәм иремде әле һаман тапманылар. Кем улар тураһында ниндәй генә булһа ла мәғлүмәт белә икән, яҙығыҙ йәки полицияға шылтыратығыҙ. Оҡшаған кешеләрҙе күрһәгеҙ, фотоға төшөрөгөҙ. Барыһы өсөн дә рәхмәт: репостар өсөн, ирекмән булып йөрөгәндәргә, доға ҡылғандарға. Мин ышанам һәм доға ҡылам, барыһы ла яҡшы булһын”, – тип яҙҙы ул.

Шулай уҡ, Эльмира Мазова фекеренсә, әгәр Артем тере икән, балалар ҙа иҫән. Әгәр ул үҙе менән берәй нәмә эшләһә, был һыуыҡта балаларҙың иҫән ҡалыуы икеле...

Әйткәндәй, кисә Артем Һамар өлкәһендә булыуы ихтимал тигән хәбәр ҙә таралды. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, иҫән булһындар инде.
Читайте нас