Шатлыҡлы яңылыҡ, дуҫтар: рухлы Бөрйән егете Аҡъегет Вәлитов аяғына баҫып, таянып, үҙ алдына атлай башлаған.
Быны ағаһы Алтынай видеоға төшөрөп һалған һәм: “Эй-й, йөрөй башланыҡ!” – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша.
“Беҙ ҙә, яҡташтарың, дуҫтарың, тамашасыларың, һеҙҙең менән бергә шатланабыҙ, егеттәр! Күҙ теймәһен, бирешмә, нығынып китеп, тиҙерәк сәхнәгә сыҡ” тигән теләктәр яҙалар уға яуап итеп.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: йырсы, бейеүсе Аҡъегет Вәлитов күнекмә ваҡытында яңылыш барып төшөп, имгәнеп, аяғына баҫа алмай оҙаҡ ҡына дауаханала ятты. Уның хәле тураһында ишеткәндәр егеттең һаулығы өсөн ҡайғырҙы һәм һәр бер ыңғай үҙгәреше өсөн ҡыуанды.
Тағы ла әҙерәк түҙемлек, ихтыяр көсө теләйбеҙ һиңә, Аҡъегет, барыһы ла яҡшы булыр, Алла бирһә.