Йәмғиәт
2 Ноябрь 2019, 19:20

Иғтибар, конкурс: "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе"

Сараның беренсе этабы райондарҙа үтә. Унда еңгәндәр 2020 йылдың 1 февраленә тиклем республика этабында ҡатнашыуға ғариза бирә.

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Башҡортостанда "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" IV республика конкурсы старт ала.
Сара граждандар йәмғиәте институттарын әүҙемләштереү, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау, гүзәл заттың статусын күтәреү маҡсатын ҡуя. Уны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте уҙғара.

Проекттың авторы һәм ойоштороусыһы – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

Сараның беренсе этабы райондарҙа үтә һәм унда еңгәндәр 2020 йылдың 1 февраленә тиклем республика этабында ҡатнашыуға ғариза бирә. Икенсе этап Өфөлә уҙасаҡ.
Читайте нас