Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2019, 13:03

Колбаса менән сырҙан бәлеш

Был ризыҡ бик туҡлыҡлы һәм тәмле. Әҙерләү ҙә күп ваҡытты алмай: бер нисә минут етә. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: Postila.ru
Фото: Postila.ru
Был ризыҡ бик туҡлыҡлы һәм тәмле. Әҙерләү ҙә күп ваҡытты алмай: бер нисә минут етә. Ашығыҙ тәмле булһын!
Уның өсөн беҙгә өс йомортҡа, 300 грамм ҡаймаҡ, бер сәй ҡалағы йомшартҡыс, бер стакан он, тоҙ, борос, 300 грамм колбаса, 100-150 грамм сыр, берәр бәйләм йәшел әнис, йәшел һуған, табаны майлау өсөн көнбағыш майы, бер-ике семтем кунжут кәрәк булыр.


Формаға бешерә торған ҡағыҙ йәйәбеҙ. Уны көнбағыш майы менән майлайбыҙ. Шунан колбасаны, йәшел әнисте ваҡлап турайбыҙ. Өҫтөнә сырҙы ҡырабыҙ, 1-2 семтем тоҙ, борос һибәбеҙ. Һәйбәт итеп бутайбыҙ.
Айырым һауытта йомортҡа менән ҡаймаҡты бутайбыҙ. Әҙерәк тоҙ, борос, йомшартҡыс, он ҡушып туғыйбыҙ. Килеп сыҡҡан ҡамырҙы яртыһын формаға ҡоябыҙ ҙа әҙер эслекте һалабыҙ. Өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы өҫтәйбеҙ.

Духовкаға 200 градусҡа 30-35 минутҡа ҡуябыҙ. Өҫтө ҡыҙарғансы бешерәбеҙ. Ризығыбыҙ әҙер ҙә булды. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас