

Әле юлдың тайғаҡ булыуы ла таксистар өсөн бер ни түгел. Улар айырыуса Өфө – Баймаҡ юлына саң ҡундырмай. Пассажирҙар өсөн һуғыш та көсәйә барғандай.
Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, диспетчерҙың иғтибарhыҙлығы сәбәпле ике таксистың яғалашҡаны тураhында хәбәр килде. Бер таксист Баймаҡтан Өфөгә дүрт пассажирҙы ултыртып юлға сыҡҡан. Икенсеһе өс кеше менән дүртенсе пассажирҙы автовокзалда көткән, ә теге hаман килмәй икән.
Асыҡланыуынса, диспетчер бер үк пассажирҙы ике таксистҡа ла яҙған булған. Көтөп арыған таксист, мәсьәләнең асылына төшөнөп бөтмәйенсә, үҙенән ярты сәғәт алда Өфөгә юлланған таксисты Әбйәлил районы биләмәһендә ҡыуып етеп, машинаhы менән юлына арҡыры торған.