Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2019, 02:03

“Улым, ғәфү ит һәм ҡайт!..”

Артем Мазовтың атаһы телевизор аша улына ниндәй һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте?

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.
Инде бер аҙна буйына юғалған Артем Мазовтың атаһы телевизор аша улына мөрәжәғәт итте.

“Ҡәҙерле улым! Ғаилә проблемаларыңды хәл итеүҙә ярҙам итмәгән өсөн ғәфү ит. Беҙ һине һәм ейәндәребеҙҙе ныҡ яратабыҙ. Был ауыр айырылышыу менән йөрәктәрҙе телгеләмә. Беҙ һеҙһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡабыҙ! Иҫән һәм һау килеш ҡайтығыҙ. Саҡыр ғына, мин киләсәкмен. Шылтырат. Һинең әсәйең, өләсәйегеҙ менән ныҡ ҡайғырабыҙ. Һеҙҙе иҫән килеш күрергә хыялланабыҙ. Үҙең тураһында белгерт”, – тине атай кеше “Башҡортостан” ДТРК-һы журналистарына биргән интервьюһында.

Артем һәм уның ике улының яҙмышы бар республиканы борсой. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир ҡатыны менән талашҡандан һуң биш йәшлек Слава һәм һигеҙ йәшлек Илья исемле улдарын алып өйҙән сығып китә. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, буш машиналары табыла. Уларҙы урмандан һәм һыу төбөнән эҙләү туҡталмай.
Полиция һәм ирекмәндәр урманды ҡарай. Һыуҙан эҙләүҙе һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, водолаздар әле һаман дауам итә.

Криминалистар төрлө варианттарҙы күҙаллай. Иң яҡшыһы – ир ҡатынын ҡурҡытыр өсөн балалары менән йәшенеп ята. Иң ҡурҡынысы – улар был донъяла юҡ... Барыһы ла уларҙың иҫән булыуын теләй. Шулай ғына булһын!
Читайте нас