Йәмғиәт
3 Ноября 2019, 16:01

Йәшелсә баҡсаһына уҡ барып ингән

Күмертауҙа "ВАЗ-2109" менән "Opel Astra" еңел автомобилдәренең көслө бәрелеше сәбәпле...

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Күмертауҙа бер-береһенә ҡаршы килгән ВАЗ-2109 менән Opel Astra еңел автомобилдәре бәрелешеү һөҙөмтәһендә ике кеше зыян күргән. Был юл-транспорт ваҡиғаһы 2 ноябрь кис теркәлгән.


– Зыян күргәндәр дауаханаға һалынды, авария сәбәптәре тикшерелә, – тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.


Авария ҡаланан ситтәрәк, шәхси секторҙа, теркәлә. Бәрелешеү шул тиклем көслө була: сит ил машинаһы ағас кәртәне емереп эскә үк барып инә.


Урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән бергә медицина хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар эшләгән. Һуңғылары ныҡ йәмшәйгән машиналар эсенән зыян күргәндәрҙе алып, ашығыс ярҙам бригадаһына тапшырған.


Ошоға оҡшаш авария 1 ноябрҙә Өфөнөң Октябрь проспекты менән СССР-ҙың 50 йыллығы урамы киҫелешендә булғайны, унда бер автомобиль, тротуарға осоп, йәйәүлегә барып һуғылғайны, бәхеткә күрә, ул еңел йәрәхәттәр менән ҡотолдо. Әлеге осраҡта, ярай әле, яҡында кеше булмаған.
Читайте нас