Сибайға барғандар урындағы ЗАГС эргәһендә ике балаһын ҡосаҡлаған әсә статуяһын күргән.
Уларҙы ғаиләнең тулы итеп һынландырылмауы ҡыҙыҡһындырған һәм социаль селтәрҙәрҙә ошо һорау менән мөрәжәғәт иткәндәр.
“Балаларҙың атаһы ҡайҙа?” тигән һорауҙы ла биргәндәр табылған. “Яҡшы һәйкәл, тик ул бында тема буйынса түгел. Уның урыны Никахтарҙы теркәү һарайы эргәһендә булырға тейеш түгел” тип тә яҙыусылар булған.
Был һәйкәл “Әсәлек” тип атала икән. Уның скульпторҙары – Мәскәүҙән ағалы-ҡустылы Вадим менән Станислав Кирилловтар.