Йәмғиәт
4 Ноября 2019, 06:14

"99 йәш йәшме ни ул, йәшәйбеҙ әле!"

Федоровка районының Федоровка ауылында йәшәгән Анастасия Камышлова үҙенең 99 йәшен билдәләне.

Башҡортостан буйынса федераль почта идаралығының матбуғат хеҙмәте.Башҡортостан буйынса федераль почта идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан буйынса федераль почта идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Федоровка районының Федоровка ауылында йәшәгән Анастасия Камышлова үҙенең 99 йәшен билдәләне.
"Анастасия Матвеевна бөгөн республикала иң оло почта хеҙмәткәре булып тора. Ул Бөйөк Ватан һуғышында 1871-се зенит-артиллерия полкы составында хеҙмәт итеп, элемтә бәйләнеше менән тәьмин иткән. Батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Бөйөк Еңеү көнөн хәрби поста ҡаршылай", - ти Башҡортостан буйынса федераль почта бәйләнеше идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.
Анастасия Камышлова бынан 60 йыл элек район элемтә үҙәге почтальоны булып эшкә төшә. Һуңынан Федоровка районының элемтә узелы бүлегендә оператор вазифаһында хеҙмәт юлын дауам итә. Шулай итеп ул 20 йылын ошо тармаҡҡа бағышлай.
Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Анастасия Матвеевна әле лә бик теремек, иҫтәлектәре менән уртаҡлаша, хеҙмәттәштәренең эше менән ҡыҙыҡһына.
Ҡунаҡтарын оҙатҡанда миллион йыл һуғыш булмаһын тигән теләген белдереп: "99 йәш - йәшме ни ул, тағы ла йәшәйбеҙ!" - тип оҙатып ҡала.
Читайте нас