Башҡортостан халыҡтарының Дуҫлыҡ йорто үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Республика халҡы өсөн икеләтә байрам, икеләтә шатлыҡлы көн! Халыҡтар берҙәмлеге көнө дәүләт байрамдары араһында айырым урын алып тора, сөнки ул илһөйәрлек, үҙ-ара ярҙам, тыныслыҡ кеүек ҡиммәттәрҙән тыш, илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн ҙур яуаплылыҡты ла кәүҙәләндерә.
Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залы бөгөн республикабыҙҙа йәшәгән 160-тан ашыу милләт вәкилдәрен тантаналы сараға йыйҙы. Төрлө милли кейемдәрҙә килгән ҡунаҡтарҙы бер генә уй, бер генә теләк берләштерә: республикабыҙҙың ҡеүәте, именлеге, берҙәмлеге хаҡына аңлашып эшләү һәм йәшәү.
Байрам сараһында республикабыҙҙағы милли-мәҙәни ойошма, тарихи-мәҙәни үҙәк вәкилдәре ҡатнашты, күптәре дәүләт власы ҡарамағындағы вәкәләтле һәм башҡарма органдарҙың наградалары менән бүләкләнде.
Халыҡтар дуҫлығын нығытыуға ҙур көс һалған ойошма һәм үҙәктәр араһында 25 йыллыҡ мул тәжрибәһе булған “аҡһаҡалдарҙан” тыш, яңы ғына ойошоп, тәүге аҙымдарын яһаған үҙәктәрҙең булыуы ла һөйөнөслө. Илеш районында Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк быйыл ғына асылған. Алты ай ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, уның хеҙмәткәрҙәре ҙур дәрт, илһам менән халыҡ менән аралашыуға, тәжрибә өйрәнеүгә тотонған.
Тантанала ҡатнашыусылар өсөн бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде. Күмәкләп фотоға төшөү, аралашыу күңелдәрҙә онотолмаҫ иҫтәлектәр ҡалдырҙы.