Йәмғиәт
4 Ноябрь 2019, 18:50

Иртә таңдан студентты талап...

Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһынан бер студентты талаған өс егетте ҡулға алған.

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru

Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһынан бер студентты талаған өс егетте ҡулға алған. Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ғәйеплеләргә дүрт йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.

Асыҡланыуынса, иртәнге сәғәт дүрт тирәһендә урамда өс егет бер студентты туҡтата. Һөйләшеү барышында улар араһында ни сәбәптәндер ғауға килеп сыға. Һөҙөмтәлә теге өс егет студенттың кеҫә телефонын тартып ала һәм енәйәт урынынан ҡаса. Шаңҡып ҡалған студент полицияға мөрәжәғәт итә.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүселәрҙе эҙләй башлай. Уғрыларҙың енәйәт ҡылынған урындан алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан магазинға инеүен асыҡлап, видеояҙманы ҡарайҙар. Полиция хеҙмәткәрҙәре өс егеттең шәхесен билдәләп, бер нисә сәғәттән һуң ҡулға ала. Уларҙың 17 һәм 29 йәшлек Иглин районы, Өфө ҡалаһы кешеләре булыуы асыҡлана, ә Әлшәй районынан 23 йәшлек егеттең быға тиклем төрмәлә ултырып сығыуы билдәле булған. Зыян күреүсегә кеҫә телефоны ҡайтарып бирелгән.

Читайте нас