Әбйәлил егете Илнур Ғималов сәйер шарттарҙа Мәскәү ҡалаһында юғалған. 38 йәшлек ирҙең туғаны үҙенә урын таба алмай өҙгөләнә. Эҙләү 18 октябрҙә үк ойошторолһа ла, һаман бер хәбәр ҙә юҡ.
Ысынлап та, уның юғалыу ваҡиғаһы аптырашта ҡалдыра. 16 октябрҙә, вахта тамамланғандан һуң, егет вокзалда билет һатып ала (Мәскәү- Магнитогорск поезына). Аҙаҡ уның пландары үҙгәрә, күрәһең, билетын кире тапшыра.
Иртәгәһенә ир Склифосовский исемендәге дауаханаға эләгә. Ә 18 октябрҙә пациентты клиниканан сығаралар.
Илнурҙың туғаны полицияға һәм ирекмәндәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Кем белә, бәлки, һеҙҙең арала ла уны күреүселәр, мәғлүмәткә эйә булыусылар барҙыр? 8 (962) 540-15-87 йәки 02 телефонына шылтыратығыҙ.