Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән тәбрикләне. Уның ҡотлау хатында ошондай һүҙҙәр яҙылған:
Ысын йөрәктән барығыҙҙы ла Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән тәбрикләйем!
Дүрт быуат элек Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский башланғысында халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе илбаҫарҙарҙан азат иткән. Был ватансыл хәрәкәт Рәсәйҙең бөтә халыҡтарын да берләштерҙе. Ул ваҡиғаларҙың төп аҡылы шунда – халыҡтарҙың күп төрлөлөгөндә һәм уларҙың берҙәмлегендә Рәсәйҙең ысын көсө сағыла.
Башҡорт ере күп быуаттар был хәҡиҡәтте дәлилләп килә, ул Ватаныбыҙ тарихына үҙенең сағыу хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарын яҙа. Быуаттар буйына йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәгән еребеҙҙәге тыныслыҡ һәм татыулыҡ бик тәрән әхлаҡи мәғәнәгә эйә, был беҙгә алға барыу өсөн яңы көс бирә.
Беҙ бөтәбеҙ ҙә – төрлө. Тик бер үк төрлө тыуған яғыбыҙҙы яратабыҙ, бергә ауырлыҡтарҙы еңәбеҙ, илебеҙҙең уңыштарын арттырабыҙ, уның киләсәге өсөн эшләйбеҙ. Сөнки бергә беҙ – көс!
Бөтә республика халҡына ныҡлы һаулыҡ, күңел йылыһы, тыныслыҡ һәм яҡшылыҡ теләйем. Берҙәм булайыҡ!”