Бөгөн "Башҡотостан" дәүләт концерт залы дуҫлыҡ сәңгелдәген хәтерләтте. Унда республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, төбәктең әүҙем граждандары, олоһо ла кесеһе лә килгәйне.
Улар араһында телевидение академигы Шәүрә Ғилманова ла бар. Күпте күргән, күп илдәр гиҙгән ханымдың, әлбиттә, уртаҡлашыр фекерҙәре бар.
"Сит илдәргә йөрөгәндә шуға иғтибар итәһең, беҙҙә халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәгәненә улар ышанмай. Ә беҙҙә, ысынлап та, СССР заманынан төрлө төбәктәр, республикалар һәм уның халыҡтары араһында татыулыҡ урынлашҡан. Был - халҡыбыҙҙың түҙемле, мәрхәмәтле, киң күңелле һәм йомарт булыуының һөҙөмтәһе ул", - ти Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы.