Артист тормошо төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай. Кәмитсе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин быны студент саҡта уҡ татый башлай.
"Икенсе курста каникулға ҡайтҡас, ауыл йәштәрен йыйып концерт ойоштороп ебәрҙем, - тип хәтирәләргә бирелә артист. - Бөтә район буйлап концерт ҡуйып йөрөйбөҙ, үҙем рәхәтләнеп ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләйем. Бер шулай ниндәйҙер монолог уҡыйым, унда геройҙың исемен Орҡоя. Иртәгәһен урамда китеп барһам, бер апай осраны ла эт итеп әрләй башламаһынмы! "Йүнһеҙ, һине шуға уҡыталармы? Ниңә кешенән көләһең?! Үҙеңде кем тип беләһең?!"
Тәүҙә аптырап ҡалдым. Нисек инде тота килеп ят кешене әрләргә мөмкин? Баҡтиһәң, был апайҙың исеме лә Орҡоя булған икән. "Апай, был бит һин түгел", - тип әйтеп ҡарайым, ҡайҙа инде ул ишетеү. Донъяла шаяртыуҙы аңламаған кешеләр бар шул".