Йәмғиәт
5 Ноября 2019, 18:39

Европала иң бейеге

Ул бөгөн тыуған көнөн билдәләй.

Фото: WIKIMEDIA.ORGФото: WIKIMEDIA.ORG
Фото: WIKIMEDIA.ORG
Бөгөн Останкино башняһының тыуған көнө икән. Күптәребеҙ уны һүрттәрҙән, зәңгәр экрандарҙан ғына күреп белә. Башня тураһында бер нисә ҡыҙыҡлы факт.


- Ул Октябрь революцияһының 50 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, 1967 йылдың 5 ноябрендә төҙөлөп тапшырыла.


- Конструкторы – Мәскәү дәүләт университеты бинаһы һәм Волгоградтағы “Тыуған ил-әсә саҡыра!” монументы авторы Николай Никитин.


- Останкино – металл конструкцияларҙан түгел, ә тимер-бетондан төҙөлгән беренсе телевизион башня.


- Башняның тышҡы диаметры 74 метр, ауырлығы 55 мең тонна, бейеклеге 180 ҡатлы йортоң бейеклегенә тура килә, ә үҙе 45 ҡаттан тора.


- Башняны йылына 30-40 тапҡыр йәшен һуға.


- Ул – Европалағы иң бейек ҡоролма.


- Болотло көндә Останкино башняһы өҫтөнән бер нимә лә күреп булмай: уны тулыһынса аҡ пәрҙә ҡаплай.


- Башнялағы биналарҙың дөйөм майҙаны 70 мең квадрат метр тәшкил итә.


- 1998 йылғы көслө дауыл ваҡытында башняның осо 6 метрға шыла.


- Көслө ел ваҡытында унда булыусылар амплитудаһы 8 сантиметр булған бәүелеү тоя.


- 2000 йылда 460-сы метр бейеклектә янғын сыға. Фажиғәлә 3 кеше һәләк була. Баш ҡала халҡы бер нисә көн кабель каналдарын ғына ҡарай ала.
Читайте нас