Картуф менән тауыҡ бауырынан запеканка бик тәмле һәм файҙалы. Төшкө аш өсөн айырыуса шәп – ғәжәп туҡлыҡлы. Табындарығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын!
Нимәһе менән файҙалы һуң тауыҡ бауыры? Унда аҡһым, А, С витаминдары, йода, фолий кислотаһы бар. Шуға күрә иткә ҡарағанда тауыҡ бауыры тиҙерәк үҙләштерелә.
Башта йәшелсәләрҙе, бауырҙы йыуып таҙартабыҙ.
Картуф ҡатламы өсөн беҙгә 7-9 картуф, 40 грамм аҡ май, тәменә ҡарап тоҙ, борос, мөшкәт сәтләүеге, ике йомортҡа кәрәк.
Бауыр ҡатламы өсөн иһә 500 грамм тауыҡ бауыры, көнбағыш майы, бер һуған, бер кишер, өс аш ҡалағы ҡаймаҡ, тоҙ, тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә ҡайнаған тоҙло һыуҙа тауыҡ бауырын 15 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Һуғанды шаҡмаҡлап ваҡлайбыҙ, ҡырғыс аша кишерҙе үткәрәбеҙ. Табаға һалып, көнбағыш майы ҡойоп, йәшелсәләр йомшарғансы ҡурабыҙ. Артабан бешеп сыҡҡан бауырҙы һыуынан һарҡытып һыуытабыҙ. Шунан блендарға һалып ваҡлайбыҙ. Табаға йәшелсәләр өҫтөнә һалабыҙ. Ҡаймаҡ, тәмләткестәр, тоҙ өҫтәп, 5 минут тирәһе утта тотоп алабыҙ. Айырым һауытҡа һалып ситкә ҡуябыҙ.
Картуфты ла ҡайнаған тоҙло һауытта 20-20 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Һыуын түгеп аҡ май һалып иҙәбеҙ. Кәрәгенсә тоҙ, борос, мөшкәт сәтләүеге ҡушабыҙ. Йомортҡаларҙы һытып болғатабыҙ.
Формаға картуфтың күп өлөшөн һалып тигеҙләйбеҙ, өҫтөнә бауыр эслеген өҫтәйбеҙ. Өсөнсө ҡатлам итеп картуфтың ҡалғанын һалып ҡуябыҙ. Шунан өҫтөн ҡаймаҡ менән ҡаплайбыҙ. Ҡаймаҡты майонез менән бутаһаҡ та була. Өҫтө ҡыҙарып ҡына бешһен өсөн.
Духовкала 180-200 градуста 25-40 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!