Һуғым алдынан мал юғалыуы хаҡында төрлө хәбәрҙәр йыш ишетелә.
“Ауылда хужалыҡ иҫәбенә йәшәйбеҙ бит, – тип һөйләй Миңлеғәле Иҫәнсурин. – Ҡарап торған бер һауын һыйырыбыҙҙы, ике танабыҙҙы бер ай эҙләйбеҙ инде. Эргә-тирәне арҡыры-буйға киҫтек, һөҙөмтә юҡ. Күрше ауылдағы әбей ауыл аша эҙләргә ҡушты, берәүҙең ҡураһына бикләп ҡуйыуын әйтте”.
Ғөмүмән, Ейәнсура яғында аттар ҙа эҙһеҙ юғала. Көнһылыу Шәрипова һөйләүенсә, ире иҫән саҡта күп итеп йылҡы аҫрағандар. Бер йыл – 15, өс йылдан һуң тағы ла 10 атынан ҡолаҡ ҡаҡҡандар. Кисә генә яҡын туғаны 12 атын инде ике аҙна эҙләүен әрнеп һөйләгән. Кем әйтмешләй, малдарҙы иртә көҙҙән бикләһәң, ябыҡ була, иркендә йөрөһәләр – юғала.