Йәмғиәт
5 Ноября 2019, 10:45

Власов халыҡтан түләтмәү яғында

Тейешле кимәлдә күрһәтелмәгән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргәме, юҡмы?

Фото: Sm-news.ruФото: Sm-news.ru
Фото: Sm-news.ru

Тейешле кимәлдә күрһәтелмәгән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргәме, юҡмы?

Дәүләт Думаһы депутаты Василий Власов түләмәү яғында. Ул шундай башланғыс менән Рәсәй Хөкүмәтенең төҙөлөш һәм торлаҡ- коммуналь хужалыҡ министрына мөрәжәғәт иткән.

Депутаттың фекеренсә, уға даими рәүештә граждандарҙан тарифтар юғарылығына, эш сифатының түбәнлегенә ялыуҙар килә. Бындай осраҡҡа хатта Хөкүмәттең түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү тәртибе лә ҡаралған, әммә алгоритмдың ҡатмарлылығы, аңлашылмаусанлығы был ҡарарҙы юҡҡа сығара.

Депутат белдереүенсә, ҡарар ҡулланыусыларҙың киң ҡатламын үҙ эсенә алырға, коммуналь хеҙмәттәр тейешле кимәлдә күрһәтелмәгәндә, улар өсөн түләмәү хоҡуғын да нығытырға тейеш.

Һеҙ бының менән килешәһегеҙме? Әле сифатһыҙ башҡарылған хеҙмәттәр өсөн тулыһынса түләп тә, тармаҡтың алға киткән ере юҡ. Түләмәһәк, уның бөтөнләй бөлгөнлөккә төшөү ихтималлығы ла бар бит әле. Ыжғыр ҡышта һыуһыҙ, утһыҙ, газһыҙ ултырып ҡара! Бәлки, беҙгә эш сифатын яҡшыртыуҙан башлау хәйерлерәк булыр?
Читайте нас