Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2019, 14:23

Бүребай мәктәбендә - стоматология

Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ултырышында ауыл мәктәптәрендә стоматология бүлмәһе булдырырға ҡушҡайны.

Альберт Боҫҡонов фотоһы.
Альберт Боҫҡонов фотоһы.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ултырышында ауыл мәктәптәрендә стоматология бүлмәһе булдырырға ҡушҡайны.
Уҡыусыларҙың һаулығын мәктәп эскәмйәһенән күҙәтеү, бигерәк тә уларҙың тештәрен бала саҡтан һаҡлау маҡсатында тәҡдим ителгән ҡарарҙы ата-әсәләр ҙә, мәктәп коллективы ла хуплап ҡаршы алды.

Хәйбулла районының Бүребай урта мәктәбендә “Ҡанатлан” мәғариф форумы проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, белем усағында теш табибы бүлмәһе асыласаҡ.
Мәктәп директоры Альберт Боҫҡонов белдереүенсә, эш өсөн кәрәкле бар ҡоролмалар һатып алынған, тик лицензия өсөн документтарҙың әҙер булыуы ғына кәрәк. Яңы йыл каникулдарынан һуң уҡыусылар үҙҙәрен борсоған тештәре өсөн район үҙәгенә йәки күрше Гай, Орск ҡалаһына йөрөмәйәсәк.
Читайте нас