Башҡортостан
-3 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2019, 17:40
Кеҫәһенән 40 һум сығарып... миллионерға әйләнгән
Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда лотерея билеты һатып алып, миллион отҡан бәхетле кешеләр тураһында күп ишетәбеҙ. Шөкөр, был юлы ла 40 һумға ғына билет алып, бер минут эсендә миллионер булған беҙҙең яҡташыбыҙ.

Өфө кешеһе 40 һумға лотерея билеты һатып алып, миллион ярымға яҡын аҡса отҡан. Был хаҡта «Столото» матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Тираж 2 ноябрҙә уйнатылған. Әле еңеүсе аҡсаһы артынан килмәгән. Ҡыҙыҡ, әллә белмәй, әллә ишетмәгән...
Шуныһы ҡыуаныслы: Башҡортостан халҡына быйыл лотереяларҙа уңыш йыш йылмайҙы. Йыл башынан, мәҫәлән, беҙҙә 26 кеше лотереяла миллион һумдан ашыу аҡса отҡан. Уҙған йылда иһә республиканың 44 кешеһе 1 миллион һумдан ашыу аҡса отоп, ғаилә бюджетын тулыландырғайны. Киләһе йылдар ҙа бындай отошҡа бай булһын тип теләйек.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"