Йәмғиәт
6 Ноября 2019, 10:05

Үлемесле эш көнө

Был аяныслы хәл 1 ноябрҙә баш ҡаланың Ленин районында теркәлгән.

Өфөлә "Башгражданстрой" тресты йәмғиәтенән 53 йәшлек ташсы төҙөлөп ятҡан күп ҡатлы йорттарҙың етенсе ҡатынан ҡолап һәләк булған. Был аяныслы хәл 1 ноябрҙә баш ҡаланың Ленин районында теркәлгән.
Асыҡланыуынса, ир кеше эш сменаһы тамамланғас, өйгә ҡайтырға тип, баҫҡыс буйлап төшөп килгән, тик етенсе ҡаттағы уратып алынмаған төҙөлөш майҙансығынан ергә ҡолап төшә. Тик ауыр тән йәрәхәттәре алған ир "Ашығыс ярҙам" машинаһы килгәнгә тиклем үк йән бирә.

Әле республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы фажиғә буйынса тикшереү эше башлаған.
Читайте нас