Өфө транспорт прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, был хәл быйыл июлдә үк була.
Мәкерле ир, йоҙаҡтарҙы емереп, “Черниковка – Көнсығыш” станцияһындағы “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәтенә ҡараған складтарға инә һәм рельс киҫә торған станокты, дөйөм хаҡы 100 мең һумлыҡ ике ҡыуаҡ киҫкесте сәлдерергә маташа.
Ҡара уйы тормошҡа ашмай, сөнки ведомство һаҡсылары уны туҡтата. Тотҡан ваҡытта ҡаршылаша, бысағы менән һелтәнеп бер һаҡсыны яралай. Бәхеткә күрә, яралар еңелсә була. Бер айҙан ентекле эҙләү һөҙөмтәһендә бур, ниһайәт, тотола. Хәҙер уға үҙенең тәртибе тураһында рәшәткә артында уйларға тура киләсәк.