Йәмғиәт
6 Ноября 2019, 14:09

Сихыр ҡайтарған өсөн – 54 мең!

Сираттағы өлкән кеше лә – 73 йәшлек Салауат ҡалаһы пенсионеркаһы мутлашыусылар ҡулына эләккән.

Фото: Lenta.ruФото: Lenta.ru
Фото: Lenta.ru
Еңел юл менән, эшләмәй, кеше талап байығырға теләүселәр, ай-һай, күбәйҙе. Бигерәк тә оло кешеләр уларҙың тоҙағына эләгеүсән.


Сираттағы өлкән кеше лә – 73 йәшлек Салауат ҡалаһы пенсионеркаһы мутлашыусылар ҡулына эләккән. Уны магазиндан ҡайтып килгәндә ике таныш булмаған ҡатын туҡтата. Һәм бик ҡаты сихырланыуы тураһында белдерәләр. Йәнәһе лә, әгәр сихырҙы ҡайтармаған осраҡта, яҡындарына ла хәүеф янауы ихтимал икән. Яман сихырҙан ярҙам итәсәктәрен белдерәләр тегеләр, бының өсөн икмәк, һыу һәм өйҙәге барлыҡ аҡсаны алып килеү кәрәк, тиҙәр. Ҡырҙан тыңлап торһаң көлкө бит… Әммә инәй быларға бик ныҡ ышана, нимә һорағандар, барыһын да ҡара ҡалын пакетҡа һалып килтерә. Был пакет менән ниндәйҙер йола үткәреп, тәүлек үтмәйенсә асмаҫҡа ҡушып ҡайтаралар уны мутлашыусылар.


Пенсионер өйөнә йүгереп ҡайта һәм пакетын асып ҡарай: унда гәзит киҫәктәрен генә күрә. Шулай ул үҙенең ышаныусанлығы арҡаһында 54 мең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.


Ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә, мутлашыу буйынса енәйәт эше асылған.
Читайте нас