Балыҡлы табын һәр ваҡыт йәмле. Горбушанан әҙерләнгән был туҡлыҡлы, файҙалы ризыҡ та табынығыҙҙың күркенә әйләнер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Уның өсөн 300 грамм горбуша, ике аш ҡалағы он, бер сәй ҡалағы сохари, 50 грамм йәшел һуған, 100 грамм болгар боросо, тоҙ, борос, тәмләткестәр, 70 грамм аҡ май, 100 мл ҡуйы һөт алына.
Тәүҙә балыҡты йыуабыҙ, эсен таҙартабыҙ, ҡанаттарын киҫеп ырғытабыҙ, ҡойроғон, башын алабыҙ. Киҫәктәргә бүлеп сығабыҙ. Боросто, тәмләткестәрҙе бергә бутайбыҙ ҙа, унда балыҡты әүәләп алабыҙ, шунан тоҙлайбыҙ һәм 15-20 минутҡа маринадларға ҡалдырып торабыҙ.
Артабан гарнирын әҙерләйбеҙ. Йәшел һуғанды, боросто түңәрәк итеп ҡырҡабыҙ. Кәстрүлгә ҡуйы һөт һалып, йәшелсәләр менән утта быҡтырып алабыҙ.
Табаны газға ҡуябыҙ, йылығас, көнбағыш майы ҡоябыҙ. Балыҡты он һәм сохари менән бергә бутайбыҙ. Уртаса утта әйләндереп-әйләндереп бешерәбеҙ. Ҡурылып сыҡҡас, газды һүндереп, ҡапҡасын ябып ҡуябыҙ. Шулай икән, йомшағыраҡ була.
Йәшелсәләр менән балыҡты өҫтәлгә ҡуйһаҡ та була. Ашығыҙ тәмле булһын!