Йәмғиәт
7 Ноябрь 2019, 07:40

Айгиз ниндәй миҙал алған?

Ҡотлайбыҙ, Айгиз!

"Ҡурай" йыр-моң каналы тәүлек әйләнәһенә эшләгән берҙән-бер музыкаль һәм күңел асыу каналы. Унда өр-яңы клиптар, сағыу тамашалар, йөкмәткеле тапшырыуҙар, телевидениеның алтын фондында һаҡланған ретро йырҙар, спектаклдәр һәм телесериалдар бара.
Ошо көндәрҙә каналдың эшләй башлауына ун йыл тулды. Ул үҙенең юбилейын ҙур концерт программаһы менән билдәләне. Тантанала шулай уҡ канал үҙе ойошторған конкурс еңеүселәренә "Ҡурай даны" тигән премиялар тапшырылды.
"Ҡурай" телеканалы иғлан иткән конкурста етмештән ашыу кеше ҡатнашҡан. Улар һайлаған эшенең оҫталары, үҙ балалары янына тағы тәрбиәгә сабыйҙар алыусы ғаиләләр, ҡаршылыҡтарҙы йырып һәр ваҡыт алға барыусылар, башҡаларға ярҙам итеүселәр, бер һүҙ менән әйткәндә, өлгө, дан булырҙай кешеләр. Еңеүселәр смс тауыштар ярҙамында билдәләнгән. Яҙыусы Айгиз Баймөхәммәтов иһә "Ҡәләм оҫтаһы" номинацияһындағы премияға лайыҡ булды һәм көмөш миҙал менән бүләкләнде.
Ҡотлайбыҙ, Айгиз!
Читайте нас