Бөрө районының Аркүл күлендә кисә 51 һәм 57 йәшлек ике ирҙең үле кәүҙәләре табыла.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, балыҡсылар күл өҫтөндәге йоҡаҡ боҙ ҡатламы буйлап саңғыларҙа китеп барған ваҡытта боҙ ватыла һәм икеһе лә батып үлә.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика халҡын һаҡ булырға саҡыра.
Әлеге мәлдә боҙ ҡатламы бик йоҡа. Ул ете сантиметр тәшкил иткәндә генә өҫтөнән йөрөргә, 10 сантиметрҙан кәм булмаған саҡта ғына балыҡ тоторға кәңәш ителә”, – ти ҡотҡарыусылар.