Өфөләге 110-сы мәктәп эргәһендә биш кеше инвалидты туҡмаған. Нисек ҡулдары күтәрелгәндер…
Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән Андрейҙың апаһы Елена һөйләүенсә, ҡустыһы дуҫтары менән мунсаға барған. Аҙаҡ береһе менән ҡайтырға сыҡҡан, тик... 110-сы мәктәп эргәһендә уға бер түгел, биш кеше аҡса талап итеп бәйләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ваҡытта дуҫы үҙенең йорто яғына китеп өлгөргән булған.
Саҡ ҡайтып инә Андрей фатирына. Әсәһе “Ашығыс ярҙам” саҡырыу кәрәклеге хаҡында әйтә, тик ир ризалашмай. Тик иртәгәһенә генә әсәһе улын дауаханаға барырға күндерә. Унда Андрейға тиҙ арала операция эшләйҙәр һәм реанимацияға күсерәләр. Иргә тағы операция яһарға тейеш булалар, тик ул... яҡты донъя менән хушлаша.
Андрейҙың уң ҡулы ҡасандыр йәрәхәтләнгән, шуға хәрәкәтләнмәгән. Бына ошондай кешегә биш кешенең ҡулы нисек күтәрелде, нисек улар меҫкенде типкеләне икән? Был хәл башҡа һыймай...