Асҡын районы етәкселеге оло йәштәгеләрҙе, шул иҫәптән, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай, һәр береһенең йәшәйеше менән даими ҡыҙыҡһына. Йылы һүҙ – йән аҙығы тигәндәй, өлкән йәштәгеләргә артыҡ күп тә кәрәкмәй инде.
Күптән түгел, хакимиәт вәкилдәре Ҡубыяҙ ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлиәхмәт Ғәлиевтең өйөндә булды, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын тапшырҙы.
– Районда туғыҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ғүмер кисерә, шуларҙың иң хөрмәтлеләренең береһе Ғәлиәхмәт Ғәли улы 95 йәшен билдәләне, – тип һөйләй Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин. – Ҡаһарман яугирҙәребеҙҙең барыһы ла Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн йәнен фиҙа ҡылған, бәхетле киләсәк өсөн үҙҙәрен һис кенә лә аямаған. Һәр береһе йәштәргә өлгө.