Өфөнөң 3-сө бала табыу йортонда 300 меңенсе сабый донъяға килде. Бәхетле әсәне ҡыҙы менән бөтә туғандары, яҡындары ҡотланы.
Был сабый - Алһыуҙың өсөнсө балаһы, көтөп алған тәүге ҡыҙы. Һеңлеләрен өйҙә ике ағаһы көтә.
- Дауаханала шарттар яҡшы, бында инде икенсе баламды таптым, - ти Алһыу. Ҡыҙҙың ауырлығы - 3,6 килограмм, оҙонлоғо 54 сантиметр. Әсә менән ҡыҙҙы оҙатҡанда байрам ойоштормаҡсылар, ”юбилей сабый” тыуыу уңайынан дауаханаға БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаровтың килеүе көтөлә.
Алһыу әле ҡыҙына матур исем уйлай. Исеме ниндәй булһа ла, бәхетле булһын!