Йәмғиәт
7 Ноября 2019, 06:45

Ҡыҙ баланы әрәм итә яҙған

Светофор сигналын инҡар итеү фажиғәгә килтереүе ихтимал. Кисә баш ҡалала күңелһеҙ ваҡиға теркәлгән: водитель үткел аша барған 9 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән.

Светофор сигналын инҡар итеү фажиғәгә килтереүе ихтимал. Күп осраҡта был ғәмәл йәйәүлеләргә ҡағыла, сөнки улар елдәй елдергән автомобиль алдында һәр ваҡыт көсһөҙөрәк. Ә инде күрәләтә тороп светофорҙың ҡыҙыл утына хәрәкәтен дауам иткән машина хужаларын енәйәтсегә тиңләргә мөмкин, сөнки уларҙың аңһыҙлығы бәғзе кешеләрҙең яҙмышын селпәрәмә килтереүе бар.
Кисә баш ҡалала күңелһеҙ ваҡиға теркәлгән: Ленин һәм И. Яҡутов урамдары киҫелешендә “Тойота РАВ4” автомобиленә идара иткән 51 йәшлек водитель үткел аша барған 9 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән.
Бала светофорҙың йәшел утына, йәйәүлеләр өсөн махсус үткелдән атлағаны билдәле. Бәхеткә күрә, ул ҙур зыян күрмәгән: медицина хеҙмәткәрҙәре тикшергәндән һуң, өйөнә ҡайтарылған.
Нисек кенә булмаһын, водитель өсөн был оло һабаҡ булырға тейеш: күрәләтә ҡыҙыл ут янғанда хәрәкәт итеү насар эҙемтәгә килтереү ихтималлығын ул үҙ миҫалында аңлаһа ине.
Читайте нас